Акмулла биография На Башкирском

ХlХ быуаттың бөйөк мәғрифәтсеһе, шағир. Аҡмулла ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, татар әҙәбиәте үҫешенә йоғонто яһай. Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең тәүге сатирик шағиры ла ул.

Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) 12-се Башкорт кантоны Күл иле Мең олосо Туҡһанбай ауылында (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районына ҡарай) аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә замандаштары «Урал-Волга буйының Физулийы» тип йөрөткән күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала. Аҡмулланың шағирлык һәләте бик иртә уянған. Бала сағында уҡ уның үҙе уҡыған мәҙрәсә тәртиптәренән, наҙан муллаларҙан көлгән шиғырҙар сығарыуы билдәле. Ләкин улары беҙгә килеп етмәгән. Үҙенең әҫәрҙәрен ул, шағир буларак, сәсән буларак, телдән дә ижад иткән. Был йәһәттән уның ижады башҡорт һүҙ сәнғәтендә ауыҙ-тел әҙәбиәте яҙма әҙәбиәт традицияларының берләшә барыуын күрһәтеүе менән әһәмиәтле. Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхлаҡ мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә проблемалары ҙур урын алып тора. Ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа — ярты бәлә, әгәр ҙә инде ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ булһа — ул инде бөтә халыҡ бәләһе. Шуға ла уның вәғәҙ һәм өгөт итеп яҙылған шиғырҙарында ла тәрбиә мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә ята. «Нәсихәттәр», «Инсафлыҡ», «Аҡыл» шиғырҙары бына тап ошо темаға арналған. Тәбиғәттәге гармонияны шағир кешелек доняһында ла күрергә теләй һәм «Уяныу» шиғырында кешеләрҙе уянырға, наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡтан ҡотолорға, ғилем-һөнәргә эйә булып, ғүмерҙе файҙалы итеп үткәрәргә саҡыра. Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Егетлек ҡасиәте — мәғрифәттә», «Яңғыҙлыҡта мыуафик булһа яҙың…», «Моңло егет зарык әйтер…», «Урыным — зиндан…» тигән шиғырҙарында сағылған. М. Аҡмулла үҙенең мәғрифәтселек ҡараштарын, кешенең әхлаҡ-этик сифаттарын образлы итеп асыу өсөн ҡобайыр стилен файҙалана. Уның «Аттың ниһен маҡтайһың. », «Бәхет» ҡобайырҙарында тәрән мәғәнәле философик фекер ята. Шиғри ҡобайырҙың һәр юлы мәҡәл-әйтемдәргә тартым булыуы Аҡмулла шиғриәтенең башҡорт халыҡ ижады хазиналарына ни тиклем тәрән тамырҙар ебәреп үҫеп сығыуын күрһәтә, шағирҙың ысынбарлыҡты тойомлау ҡеүәһенең, уның гражданлыҡ пафосы, халыҡтың тормош фәлсәфәһе менән ни тиклем ауаздаш булыуын раҫлауы дәлил.

Инша «М. Акмулла»

«Республикамды данлайым» иншалар конкрусына инша. Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, аңға, белемгә әйҙәүсе мөғәллимгә арналған.

Скачать:

ВложениеРазмер
m._akmulla._127-se_mktp.docx473.12 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

городского округа город Уфа

Городской литературно — творческий конкурс сочинений

“Пою мою республику!”

Сочинение на тему:

Ученица: 8б класса Хамматова Радмила

Руководитель: Нигматуллина Алия Ахатовна

учитель башкирского языка и литературы

Өфө ҡалаһы ҡала округының

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Инша: “Мифтәхетдин Аҡмулла ”

Уҡыусы: 8б класс уҡыусыһы Хамматова Радмила

Уҡытыусы: Насирова Әлиә Әхәт ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Аҡмулла- 19-сы быуат башҡорт әҙәбиәтендә иң билдәле мәғрифәтсе шағырҙарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы мөғәллим сифатында ла ул ғәйәт яҡты эҙ ҡалдырған. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының мәғариф тарихында уның исеме туған телдә уҡытыуҙы ғәмәлдә хәл итүсе эшмәкәр булараҡ та әһәмиәтле урын алған.

Аҡулла тик башҡорт ерлегендә генә күтәрәлеп сыҡҡан шағир түгел. Башҡорттар араһында башҡортса шиғыр, ҡобайыр әйткән, ҡаҙаҡтар араһында өләң сығарған. Башҡорттар уны сәсән теле шағир итеп һанаған, ҡаҙаҡтар аҡын итеп таныған. Аҡмулланың “башҡорттарым!” тип өндәшәүе лә, «ҡаҙағым!» тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай.

Аҡмулланың шиғриәте бик күп яҡлы. Уның бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле булыуҙары менән айырылып тора. Күп ер-һыу кисеп, күп кешеләр күреп, уның донъяла барған хәлдәргә ҡарата үҙ ҡарашы формалаша. Аҡмулла ни тураһында ғына яҙмаһын, уның төп иғтибары һәр саҡ әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала.

Уның шиғриәтенең тағы бер үҙенсәлекле яғы шунда: шағир боронғо сәсәндәрҙән килгән традиция-халыҡҡа туранан- тура поэтик мөрәжәғәтте, йәғни шиғри хитап алымын, киң ҡуллана. Яу килгәндә, илдә афәт ҡупҡанда халаҡҡа мөрәжәғәт иткән сәсәндәр һымаҡ, үҙ яугирҙарын ирек, азатлыҡ өсөн көрәшкә өндәгән Салауат шикелле, халыҡтың яҙмышын, киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡығалар эсендә ҡайнап, Аҡмулла, яҡтылыҡҡа,хөр тормошҡа саҡырып, хитаптар иткән. Шуларҙың иң-иң күренеклеләренең береһе-«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» әҫәре.

Ошо шиғырында Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары сағылған- ул уҡырға, белем алырға саҡыра:

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк!»

Аҡмулла үҙенең әҫәрҙәрендә кешене яҡшылыҡ өлгөһендә тәрбиә итеүҙе, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен алғы планға ҡуя. Яҡшы холоҡ, әҙәплек, аҡыллылыҡ ҡына кешене итә, һәйбәт, бәхетле йәшәүгә илтә ала, тип иҫәпләй ул.

Аҡмулла аҡыллы, Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн, беренсенән, башҡорт шиғриәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанашы, классик өлгөһе булһа, икенсенән, ул-беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ысын мәғәнәһендә тормош һабағы, әҙәм балаларының яралы күңеленә йыуаныс һәм тыяныс.

Аҡмулла шиғырҙарында ваҡиғалар үҫтерелеше лә ирекле йә иһә бөтөнләй юҡ. Күпселек осраҡтарҙа уның шиғырҙарында һәр бер айырым строфа сағыштырмаса үҙ аллы мәғәнә йөрөтә, уларҙың берәүһе йәки бер нисә строфа төшөп ҡалғанда ла, әҫәрҙең дөйөм структураһына, бөтөнлөгөнә зыян килмәй.

Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр

Юҡтыр унда әүлиәлек, кәраматтәр.

Әҫәрҙең пафосы көслө художестволы һүрәтләү саралары ярҙамында төҙөлә. Шиғыр эпитеттарға бай: «аңғыра айыу», «ҙур афәттәр». Сағыштырыуҙар ҙа бар: «аңғыра айыуҙан урмандағы ҡурҡҡандай» һәм метафоры «Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам, тиһәң». Автор халыҡ тормошонда яҡтылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн белемдең, ғилем-һөнәр хәл иткә көсөн шиғырҙың шундай юлдпрында асып бирә:

“Белемлек- арыҫландан көслө батыр,

Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай».

Шулай итеп, Аҡмулла- үҙе бер поэтик мәктәп барлыҡҡа килдергән шағир. Һәр юлы, һәр строфаһы үҙе бер мәҡәл, афоризм булып яңғырарлыҡ шиғри гәүһәрҙәре менән, Көнсығыш классикаһы, халыҡтың быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл поэтик традицияларынан һутланып үҫеп сыҡҡан ҡабатланмаҫ ижады менән ул башҡорт әғәбиәте тарихында иң лайыҡлы урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы.

Аҡмулла исеме быуаттар дауамында халыҡ хәтерендә һаҡлана һәм һаҡланасаҡ. 1911-1916 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында шағир исеме менән «Аҡмулла» сатирик журналы сыға. 1981 йылда шағирҙың тыуған ерендә, Миәкә районының Туҡһанбай ауылында, Аҡмулланың музейы асыла. 1989 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. Уның лауреаттары:Р. Шәкүр, Ә. Вилданов, В. Ҡунаҡфин, Р. Солтангәрәева, Р. Сәхәүетдинова, Ғ. Шафиҡов, З. Исмәғилев, һ. б. 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә.

Аҡмулла шиғырҙары бөгөнгө көндә лә халҡыбыҙҙы яңылыҡҡа ынтылырға, белем үрҙәрен яуларға өндәй. Был, әлбиттә, шағир ижадының бөйөклөгө тураһында һөйләй.

Презентация по башкирскому языку на тему Мифтахетдин Акмулла

Обращаем Ваше внимание, что в соответствии с Федеральным законом N 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» в организациях, осуществляющих образовательную деятельность, организовывается обучение и воспитание обучающихся с ОВЗ как совместно с другими обучающимися, так и в отдельных классах или группах.

Рабочие листы и материалы для учителей и воспитателей

Более 300 дидактических материалов для школьного и домашнего обучения

Описание презентации по отдельным слайдам:

“Ҡара төндөң яҡты йондоҙо” Мифтахетдин Аҡмулла

Мифтахетдин Аҡмулла (1831-1895) 1. .Ай,Аҡмулла, Аҡмулла, халыҡ күргән хаҡ мулла, Яйыҡ буйла, Дим буйла халҡың яҙмышын уйла” .Ҡәҙим Аралбай. 2.Эй, Аҡмулла, Аҡмулла, Сәсән телле бер мулла. Яһилға һин дау мулла, Халҡыңа һин аҡ мулла. Ф.Рәхимғолова

Һүҙлек эше. Мәғрифәт-ғәрәп теленән ингән һүҙ-аң-белем,культура. Мәғрифәтсе-аң-белем таратыусы-просветитель.

Сығыштар: М.Аҡмулланың сығышы,ата-әсәһе. Аҡмулланың бала һәм үҫмер сағы;мәҙрәсәлә уҡыған осоро. Аҡмулла халыҡ араһында Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре. Аҡмулла исемен мәңгелләштереү.

М.Камалетдин улы Аҡмулланың тормош юлы, биография шаҡтай ҡатмарлы. Ул 1831 йылдың 14 декабрендә (яңы стиль — 26) Үҙ әсәһе Бибиөммөгөлсөм бик йәшләй үлеп киткәс, Аҡмуллаға бөтә ауырлыҡтарҙы күрергә тура килә.

Мифтахитдин бәләкәйҙән бик шуҡ, тиктормаҫ, тынғыһыҙ бала булып үҫә. Әсәһе үлгәс,үгәй әсәһенең һәм өлкән ағаларының йәберләүен,һыйҙырмауҙарын да кисерә.Уның шуҡлығы ҡайһы ваҡытта эш боҙоуға ла килтерә.Ошо хаҡта ул яҙып китә:”оятымдан ҡара яндым хатта”тип.Был ваҡиғаларҙан һуң ҡышҡы һыуыҡта,мәҙрәсәнән ҡасып,тирмәндә йәшенгән һәм ошонда ҡолаҡтарын туңдыра.Аяғ бармаҡтарын да өшөтә. Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була Эҙләнеүсән,тынғыһыҙ Мифтахетдин был мәҙрәсәне лә ҡалдыра,тәүҙә Ырымбур яҡтарына бара,шунан Троицк мәҙрәсәһенә килеп уҡый башлай.Үҙ аллы фарсы,ғәрәп телдәрен өйрәнә,Көнсығыш әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына

Миәкә районының Туҡһанбай ауылы Атаһы –Камалетдин Әсәһе- Бибиөммөгөлсөм

Атаһында уҡый-Ябалаҡтамаҡ –Мәнәүезтамаҡ-Әнәс-Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый Стәрлебаш мәҙрәсәһендәге таҡтаташ

1850 йылдарҙа тыуған ауылына ҡайтып, кәләш алып, бер аҙ ваҡыт ата йортонда йәшәй.Әммә, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, йәмәғәте йәшләй генә вафат булып ҡала.Мифтахетдин ,шул сәбәпле булһа кәрәк,ауылда төпләнеп ҡала алмай. 1850 йылдың аҙағында, атаһы өйҙә юҡ саҡта атын,тунын рөхсәтһеҙ алып,ил гиҙеп сығып китә

.1895йылдың 8октябрендә Аҡмулла Миәс ҡалаһы эргәһендә төн үткәреү өсөн туҡтала.Шул ерҙә байҙар яллаған кешеләр тарафынан үлтерелә.М.Аҡмулланың тынғыһыҙ ғүмере шулай өҙөлә.Уны Миәс ҡалаһындағы мосолмандар зыяратына күмәләр.

Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнә

1981йылда Туҡһанбайҙа Аҡмулланың йорт-музейы асыла.

Аҡмулланың данлыҡлы арбаһы

Мәңге йәшәй халыҡ күңелендә -Заһир Исмәғилев “Аҡмулла “ операһы яҙған. -Наил Ғәйетбаев “Аҡмулланың аҡ төндәре” драмаһын яҙған. — Ғәзим Шафиҡов “Аҡмулла” исемле повесть яҙған. — Я.Хамматов Аҡмуллаға арнап “Һырдарья”исемле роман яҙҙы. — Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов кеүек ғалимдар Аҡмулланың ижадын халыҡҡа еткереүгә күп көс һалды. — Розалия Солтангәрәева, Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа Туғыҙбаева Аҡмуллаға арнап ҡобайыр, шиғырҙар яҙғандар. Һуҡырҙар өсөн Аҡмулланың шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡты.

1981 йылда Туҡһанбай ауылында Мифтахетдин Аҡмулла музейы асылды. 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән М.Аҡмулла исемендәге премия булдырылды. “Башҡортостан” киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө. Шағирҙың тыуыуына 150 йыллығын билдәләгән көндәрҙә уның Миәстәге ҡәбере өҫтөнә аҡ мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйылды. Өфөләге БДПУ Аҡмулла исемен йөрөтә

Өфөлә Аҡмуллаға һәйкәл

Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары Шәкүров Рәшит Зәкир улы Вилданов Әхәт Ханнан улы Солтангәрәева Розалия Әсфәндәр ҡыҙы Басыров Зөлфәт Рәүф улы Сәхәүетдинова Роза Хәйҙәр ҡыҙы Абдуллин Риф Мөҙәрис улы Шафиҡов Ғәзим Ғәзиз улы Исмәғилов Заһир Ғәриф улы Мәғәзов Азат Шәйехйән улы Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы Зарипов Хәкимйән Сарьяр улы Иҙелбаева Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Хамматов Яныбай Хаммат улы Шәғәлиев Рамаҙан Нурғәли улы- 2008й.

Аҡмулла көндәре,уҡыуҙары үткәрелә.

Үҙе тере саҡта бер генә китабы сыға :1892 йылда -“Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе”

план Цитаталы план 1-се ҡиммәт нәмә — иман Ахирәт эштәренә инан тигән. 2-се ҡиммәт нәмә — күңел Күңеле боҙоҡ кешенән төңөл тигән. 3-сө ҡиммәт нәмә — аҡыл Аҡылһыҙҙа аҡыл яғы таҡыр тигән. 4-се ҡиммәт нәмә — шөкөр Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк- көфөр тигән. 5-се ҡиммәт нәмә — әҙәп Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп тигән. 6-сы ҡиммәт нәмә — сабыр Сабыр кеше моратын табыр тигән. 7-се ҡиммәт нәмә — ихлас Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ тигән.

План 1-се ҡиммәт нәмә — иман 2-се ҡиммәт нәмә — күңел 3-сө ҡиммәт нәмә — аҡыл 4-се ҡиммәт нәмә — шөкөр 5-се ҡиммәт нәмә — әҙәп 6-сы ҡиммәт нәмә — сабыр 7-се ҡиммәт нәмә — ихлас

Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем: Уның шундай һәйбәт сифаттары булған: Шуныһы мөһим: Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы: Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән: Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки

Краткое описание документа:

“Ҡара төндөң яҡты йондоҙо” Мифтахетдин Аҡмулла РЕБУС . М=К 2,4 , Мифтахетдин Аҡмулла (1831-1895) 1. .Ай,Аҡмулла, Аҡмулла, халыҡ күргән хаҡ мулла, Яйыҡ буйла, Дим буйла халҡың яҙмышын уйла” .Ҡәҙим Аралбай. 2.Эй, Аҡмулла, Аҡмулла, Сәсән телле бер мулла. Яһилға һин дау мулла, Халҡыңа һин аҡ мулла. Ф.Рәхимғолова Һүҙлек эше. Мәғрифәт-ғәрәп теленән ингән һүҙ-аң-белем,культура. Мәғрифәтсе-аң-белем таратыусы-просветитель. Сығыштар: М.Аҡмулланың сығышы,ата-әсәһе. Аҡмулланың бала һәм үҫмер сағы;мәҙрәсәлә уҡыған осоро. Аҡмулла халыҡ араһында Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре. Аҡмулла исемен мәңгелләштереү. М.Камалетдин улы Аҡмулланың тормош юлы, биография шаҡтай ҡатмарлы. Ул 1831 йылдың 14 декабрендә (яңы стиль — 26) Үҙ әсәһе Бибиөммөгөлсөм бик йәшләй үлеп киткәс, Аҡмуллаға бөтә ауырлыҡтарҙы күрергә тура килә. Мифтахитдин бәләкәйҙән бик шуҡ, тиктормаҫ, тынғыһыҙ бала булып үҫә. Әсәһе үлгәс,үгәй әсәһенең һәм өлкән ағаларының йәберләүен,һыйҙырмауҙарын да кисерә.Уның шуҡлығы ҡайһы ваҡытта эш боҙоуға ла килтерә.Ошо хаҡта ул яҙып китә:”оятымдан ҡара яндым хатта”тип.Был ваҡиғаларҙан һуң ҡышҡы һыуыҡта,мәҙрәсәнән ҡасып,тирмәндә йәшенгән һәм ошонда ҡолаҡтарын туңдыра.Аяғ бармаҡтарын да өшөтә. Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була Эҙләнеүсән,тынғыһыҙ Мифтахетдин был мәҙрәсәне лә ҡалдыра,тәүҙә Ырымбур яҡтарына бара,шунан Троицк мәҙрәсәһенә килеп уҡый башлай.Үҙ аллы фарсы,ғәрәп телдәрен өйрәнә,Көнсығыш әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына Миәкә районының Туҡһанбай ауылы Атаһы –Камалетдин Әсәһе- Бибиөммөгөлсөм Атаһында уҡый-Ябалаҡтамаҡ –Мәнәүезтамаҡ-Әнәс-Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый Стәрлебаш мәҙрәсәһендәге таҡтаташ 1850 йылдарҙа тыуған ауылына ҡайтып, кәләш алып, бер аҙ ваҡыт ата йортонда йәшәй.Әммә, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, йәмәғәте йәшләй генә вафат булып ҡала.Мифтахетдин ,шул сәбәпле булһа кәрәк,ауылда төпләнеп ҡала алмай. 1850 йылдың аҙағында, атаһы өйҙә юҡ саҡта атын,тунын рөхсәтһеҙ алып,ил гиҙеп сығып китә Аҡмулла-уҡытыусы,шағир,балта оҫтаһы. Илгиҙәр шағир .1895йылдың 8октябрендә Аҡмулла Миәс ҡалаһы эргәһендә төн үткәреү өсөн туҡтала.Шул ерҙә байҙар яллаған кешеләр тарафынан үлтерелә.М.Аҡмулланың тынғыһыҙ ғүмере шулай өҙөлә.Уны Миәс ҡалаһындағы мосолмандар зыяратына күмәләр. Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнә 1981йылда Туҡһанбайҙа Аҡмулланың йорт-музейы асыла. Аҡмулланың данлыҡлы арбаһы Мәңге йәшәй халыҡ күңелендә -Заһир Исмәғилев “Аҡмулла “ операһы яҙған. -Наил Ғәйетбаев “Аҡмулланың аҡ төндәре” драмаһын яҙған. — Ғәзим Шафиҡов “Аҡмулла” исемле повесть яҙған. — Я.Хамматов Аҡмуллаға арнап “Һырдарья”исемле роман яҙҙы. — Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов кеүек ғалимдар Аҡмулланың ижадын халыҡҡа еткереүгә күп көс һалды. — Розалия Солтангәрәева, Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа Туғыҙбаева Аҡмуллаға арнап ҡобайыр, шиғырҙар яҙғандар. Һуҡырҙар өсөн Аҡмулланың шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡты. 1981 йылда Туҡһанбай ауылында Мифтахетдин Аҡмулла музейы асылды. 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән М.Аҡмулла исемендәге премия булдырылды. “Башҡортостан” киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө. Шағирҙың тыуыуына 150 йыллығын билдәләгән көндәрҙә уның Миәстәге ҡәбере өҫтөнә аҡ мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйылды. Өфөләге БДПУ Аҡмулла исемен йөрөтә Өфөлә Аҡмуллаға һәйкәл Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары Шәкүров Рәшит Зәкир улы Вилданов Әхәт Ханнан улы Солтангәрәева Розалия Әсфәндәр ҡыҙы Басыров Зөлфәт Рәүф улы Сәхәүетдинова Роза Хәйҙәр ҡыҙы Абдуллин Риф Мөҙәрис улы Шафиҡов Ғәзим Ғәзиз улы Исмәғилов Заһир Ғәриф улы Мәғәзов Азат Шәйехйән улы Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы Зарипов Хәкимйән Сарьяр улы Иҙелбаева Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Хамматов Яныбай Хаммат улы Шәғәлиев Рамаҙан Нурғәли улы- 2008й. Картиналар Аҡмулла көндәре,уҡыуҙары үткәрелә. Үҙе тере саҡта бер генә китабы сыға :1892 йылда -“Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” Башҡорттарым,уҡыу кәрәк! план Цитаталы план 1-се ҡиммәт нәмә — иман Ахирәт эштәренә инан тигән. 2-се ҡиммәт нәмә — күңел Күңеле боҙоҡ кешенән төңөл тигән. 3-сө ҡиммәт нәмә — аҡыл Аҡылһыҙҙа аҡыл яғы таҡыр тигән. 4-се ҡиммәт нәмә — шөкөр Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк- көфөр тигән. 5-се ҡиммәт нәмә — әҙәп Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп тигән. 6-сы ҡиммәт нәмә — сабыр Сабыр кеше моратын табыр тигән. 7-се ҡиммәт нәмә — ихлас Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ тигән. План 1-се ҡиммәт нәмә — иман 2-се ҡиммәт нәмә — күңел 3-сө ҡиммәт нәмә — аҡыл 4-се ҡиммәт нәмә — шөкөр 5-се ҡиммәт нәмә — әҙәп 6-сы ҡиммәт нәмә — сабыр 7-се ҡиммәт нәмә — ихлас Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем: Уның шундай һәйбәт сифаттары булған: Шуныһы мөһим: Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы: Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән: Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки


источники:

http://nsportal.ru/ap/library/literaturnoe-tvorchestvo/2017/10/26/insha-miftyohettdin-akmulla

http://infourok.ru/prezentaciya-po-bashkirskomu-yaziku-na-temu-miftahetdin-akmulla-2042177.html