ЛОТФУЛЛИН Әхмәт Фәтҡулла улы
ЛОТФУЛЛИН Әхмәт Фәтҡулла улы (4.2.1928, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Әбйәлил а., хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а., — 10.7.2007, Өфө, БР‑ҙың Белорет р‑ны Абҙаҡ а. ерләнгән), рәссам. Рәсәй художество акад. академигы (1997). СССР‑ҙың (1989) һәм РСФСР‑ҙың (1982) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1960). Ленинград архитектура‑художество уч‑щеһын (1948; педагогтары Т.Говорова, Н.Кашинцев), Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1951; педагогтары Б.Ф. Лалетин, А.Э.Тюлькин) тамамлаған, 1951— 54 йй. Литва художество ин‑тында (Вильнюс) уҡыған. 1993—2003 йй. ӨДСА‑ла уҡыта.
20 б. 2‑се ярт. Башҡортостандың һынлы сәнғәтендә үҙәк фигураларҙың береһе булып тора. Л. ижадында төрлө жанрҙарҙың һәм темаларҙың тәбиғи берләшеүе күҙәтелә. Художество теленә күп төрлө композициялар һәм һүрәтләү алымдары, реализм традицияларының хәҙ. заман сәнғәтендәге новаторлыҡ тенденциялары һәм халыҡ ижады традициялары м‑н ярашыуы хас.
Портреттарында башҡ. халҡының бөтә ҡатлам вәкилдәре булған һәм милли характерҙың төрлө яҡтарын сағылдырған образ‑типаждар кәүҙәләндерелә: “Әсә” (1957), “Башҡорт ҡатыны” (1958), “Мөхтәр исемле малай” (1962), “Колхозсы Ишбикә апай” (1968), “Ветеран С.Ниғмәтуллин”, “М.И.Калинин исемендәге колхоздың алдынғылары” (икеһе лә — 1974), “Атай” (1991). Һ.Л.Дәүләтшина (1958), М.А.Буранғолов (1969), Р.Т.Бикбаев (1972), З.А.Биишева (1977), М.Кәрим (1978), Ә.Х.Ситдиҡова (1979) портреттарында авторҙың талант, ижади шәхестең үҙенсәлеге, башҡ. мәҙәниәтендә уның тотҡан урыны т‑да ҡарашы сағыла. “Алтын көҙ” (1968), “Ғаилә” (1974), “Колхозсы Рәжәп ғаиләһе” триптихы (1974) әҫәрҙәрендә портрет һәм тормош‑көнкүреш жанры һыҙаттары берләштерелгән. Л. жанрлы рәсем сәнғәте башҡ. халҡының тарихын һәм хәҙ. тормошон сағылдыра. Халыҡ байрамы темаһы ҙур урын биләй: “Башҡортостандың Урал аръяғы. Һабантуйға” (1964), “Ауылда Беренсе май. 1930‑сы йылдар” (1969), “Һабантуй” (1977) һ.б. “Өмөт. 1941 йыл” (1970), “Хушлашыу” (1973), “Фронтҡа оҙатыу” (1979) эштәрендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы халыҡ ҡаһарманлығының рухи- әхлаҡи сығанаҡтары сағылдырылған. “Шәйехзада Бабичҡа арнау” (1988), “Тыуған ил менән хушлашыу. Салауат” (1990), “Граждандар һуғышы” (1991) картиналары ҡыйыу трагизм м‑н һуғарылған. “Иҫке тимерлек” (1971), “Алтын туй” (1979), “Аҡ тирмә” (1989) рәсемдәрендә ауыл тормошоноң үҙенсәлектәре күрһәтелгән. Л. иң әһәмиәтле үҙәк әҫәрҙәренең береһе “Өс ҡатын” (1969) картинаһында милли көнкүреш өсөн ғәҙәти сәй эсеү күренеше быуындарҙың рухи яҡынлығы, милли традицияларҙың күсәгилешлелеге т‑да фәлс. ғибрәтле хикәйәгә әйләнә. Дини тема милли-тарихи яҡтан асылған: “Мәсет янында митинг” (1980), “Алланан ямғыр һорау” (1994). “Орсоҡтағы иҫке йорт” (1974), “Августа бесән ваҡыты” (1989) пейзаждарында тыуған яҡтың эпик образы һынландырылған. Натюрморт жанрында ижад ителгән эштәрендә (“Көршәк менән натюрморт”, 1970; “Ҡатыҡ менән натюрморт”, 1974) ауыл тормошо сағыла, уларҙа йыш ҡына башҡа жанрҙар, ш. иҫ. интерьер жанры, м‑н берләшә (“Иҫке мейес”, 1972; “Башҡорт интерьеры”, 1974). Станокта башҡарылған графика өлкәһендә эшләй (“Тимерлек ҡоралы менән натюрморт”, 1969; “Ҡарт алмағас”, 1973; икеһе лә — ҡағыҙ, ҡәләм; “Буранғолдан башҡорт ҡатыны”, ҡағыҙ, акв., 1980). “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995).
1957 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 20‑нән ашыу шәхси күргәҙмәһе (1957 й. алып) Өфө, Ҡазан, Магнитогорск, Мәскәү, С.‑Петербург, Сибай һәм башҡа ҡҡ. үтә. Эштәре БДХМ, Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус музейы (С.‑Петербург) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә музейҙар, галереялар һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1982). Нуғай а. (Өфө составында), тыуған ауылындағы урамдарға Л. исеме бирелгән; Өфөлә ул йәшәгән йортҡа, Абҙаҡ а. уның исемен йөрөткән мәктәп бинаһына барельефлы мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
Әҙәб.: А.Лутфуллин. Люди советской Башкирии: альбом /авт.‑сост. А.Г.Янбухтина. М., 1978; Попова Л.Н. Ахмат Лутфуллин: жизнь и творчество. Уфа, 2007.
Илл.: 1. Ә.Ф.Лотфуллин.
2. Ә.Ф.Лотфуллин. Ауылда Беренсе май. 1930‑сы йылдар. 1969. БДХМ
Презентация по башкирскому языку и литературе на тему «Ахмат Лотфуллин»
Обращаем Ваше внимание, что в соответствии с Федеральным законом N 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» в организациях, осуществляющих образовательную деятельность, организовывается обучение и воспитание обучающихся с ОВЗ как совместно с другими обучающимися, так и в отдельных классах или группах.
Рабочие листы и материалы для учителей и воспитателей
Более 2 500 дидактических материалов для школьного и домашнего обучения
Видеолекции для
профессионалов
- Свидетельства для портфолио
- Вечный доступ за 120 рублей
- 311 видеолекции для каждого
«Как закрыть гештальт: практики и упражнения»
Свидетельство и скидка на обучение каждому участнику
Описание презентации по отдельным слайдам:
Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы 4 февраль 1928 — 10 июль 2007 СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР — ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982).
ТОРМОШ ЮЛЫ ҺӘМ ИЖАДЫ
1957 йылда Өфөлә тәүге шәхси күргәҙмәһе уҙғарыла. 1957—1998 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй һәм республика әһәмиәтендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 1976 йылда Францияға ижади сәфәр яһай. Мәскәүҙә шәхси күргәҙмәһе була. Өфө, Магнитогорск, Ҡазан ҡалаларында күргәҙмәләре эшләй. 1998 йылда Өфөнөң М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында шәхси күргәҙмәһе ойошторола.
«НАМЫҪЛЫ ХЕҘМӘТ, НИНДӘЙ ГЕНӘ БУЛМАҺЫН, АҘАҠ КИЛЕП КЕШЕГӘ ҠЫУАНЫС КИЛТЕРЕРГӘ ТЕЙЕШ» 1966 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелә. 1970 йылда РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының Почет грамотаһы менән тәбрикләнә. 1971 йылда «Ауылда байрам. 1930-сы йылдар» картинаһы өсөн СССР Художество академияһы дипломы менән бүләкләнә. 1977 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 1978 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ була. 1982 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме, шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. 1987 йылда юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 1989 йылда «СССР халыҡ рәссамы» исеменә лайыҡ була.
1988 йылда СССР Художество академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1992 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы итеп һайлана. 1997 йылда Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1998 йылда Өфөнөң М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында шәхси күргәҙмәһе ойошторола. 2007 йылдың 10 июлендә Өфөлә вафат була.
Әхмәт Лотфуллин йәшәгән йортҡа ҡуйылған таҡтаташ
Өфөлә СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Һәйкәлде Пушкин урамында, рәссам белем алған Өфө сәнғәт училищеһы эргәһендә ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин хәбәр итеүенсә, һәйкәлдең проекты бар. Авторы — билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Мостай Кәрим һәйкәленең авторы Андрей Ковальчук.
Әбйәлил районы Рауил ауылында «Әхмәт» мәсете
Әхмәт Лотфуллин картиналары
«Автопортрет» Рәссамдың беренсе күргәҙмәһе Өфөлә 1957 йылда асыла. Унда ул яңы һулыш һәм төҫтәр менән һуғарылған портреттар тәҡдим итте. Улар араһында «Интерьерҙа башҡорт ҡыҙы», «Автопортрет», «Әсәй портреты» кеүек эштәр урын алды.
«Ауылда байрам. 1930-сы йылдар»
«АЛТЫН КӨҘ» КАРТИНАҺЫ
«Хушлашыу». 1941 йыл», 1973 «Көтөү»
Портрет жанрында рәссам яңы формаларҙы, алымдарҙы ҡуллана
Портрет жанрында рәссам яңы формаларҙы, алымдарҙы оҫта ҡуллана
Лотфуллин ысын мәғәнәһендә милли рәссам
Рәссамдың ижад емештәре Мәскәүҙең Третьяков галереяһында, Санкт-Петербургтың Рус музейында, Өфөләге М.В.Нестеров музейында һәм байтаҡ шәхси коллекцияларҙа һаҡлана
Рәссамдың ижад емештәре Мәскәүҙең Третьяков галереяһында, Санкт-Петербургтың Рус музейында, Өфөләге М.В.Нестеров музейында һәм байтаҡ шәхси коллекцияларҙа һаҡлана
Хайран ҡалып ҡарап торор инең Ҡарағайҙың һәр бер быуынын, Һәр бер быуынында ҡарағайҙың Тылсымлы бер һүрәт тыуыуын… Тик болоттар уйымынан беҙгә Әҙәм күҙкәйҙәре ҡарайҙар. Быуын – быуын булып тарих ҡарай – Ҡанлы – данлы халыҡ тарихы. Рәми Ғарипов «Урал урманы». (Әхмәт Лотфуллинға арналған, 1971 йыл).
«Башҡорт халҡының образын данлаған, сикһеҙ, донъяуи бейеклеккә күтәргән Поль Гоген ҡабатланмаҫ һәләткә эйә, арыу белмәҫ хеҙмәтсе, бөйөк рәссам Әхмәт Лотфуллин булған ул» Әмир Мәжитов
«Художник, поспеши запечатлеть Вселенной первозданные покровы, Ведь палача безжалостная плеть Сдирает краски с облика земного! \ Краса земли отчаянно хрупка, Так уязвимо мира многоцветье… Уж путник к истощённым родникам, Томимый жаждой, припадает тщетно. \ Истреблены болота и леса, И урема чернеет сухостоем, И никакие в мире чудеса Не оживят их вновь перед тобою…» Баязит Бикбаев
«Лутфуллин создал свои произведения в стиле, изобретёном им самим, – башкирского неореализма. Подобно кинорежиссёру Федерико Феллини в кинематографе, работавшему в стиле итальянского неореализма». Лалетин Б.Ф.
«Мне дорога живопись Ахмата. В произведениях Ахмата Лутфуллина изображена жизнь без прикрас и выдумок, такой, какой ее и обязан показывать настоящий художник. И в каждой работе — очертание его сердца». Мустай Карим
Әхмәт Лотфуллин туғандар араһында
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАРЫ МЕНӘН
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНЛЫҠ ЕПТӘРЕН БЕР ВАҠЫТТА ЛА ӨҘМӘНЕ
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАРЫ МЕНӘН
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАРЫ МЕНӘН
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ТУҒАНДАР АРАҺЫНДА
ӘХМӘТ ЛОТФУЛЛИН ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫ ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕНДӘ
Классик башкирской живописи Ахмат Лутфуллин
Успешный дебют
В 1957 году в столице СССР прошел очередной международный фестиваль молодежи и студентов. Перед началом этого события была открыта выставка работ молодых художников со всех уголков государства. Все работы были так или иначе посвящены предстоящему фестивалю. Особый интерес у столичной публики вызвали работы Ахмата Лутфуллина. Это были новые по восприятию творения, которые отличались своей выразительностью: «Портрет башкира», «Портрет старика» и многие другие.
Книга отзывов изобиловала похвалами в адрес 29-летнего башкирского художника. Многие зрители отмечали, что художник в своих работах смог донести ту любовь к труду, строгость и некоторую сдержанность, которая присуща этому народу. Он смог по-настоящему выразить всю глубину национального характера представителей башкирского народа.
Семья. Люди моего колхоза 1974
Основной темой работ художника на протяжении всей его творческой карьеры станет жизнь народа, колорит местных жителей, проявление национального характера. Зачастую на его работах изображены рабочие, творческая интеллигенция республики. Особенно он любил работать с рабочими Абзелиловского района, который является для него родным. Так он воспевал героя-рабочего.
Благодаря своей искренности и правдивости, художник смог выразить национальное своеобразие своего народа. Первая выставка его работ прошла в 1957 году в одном из парков Уфы. Уже в то время кто-то всерьез начал говорить о рождении новой звезды в живописи, которая войдет в число выдающихся личностей республики. Зрители с теплотой встретили работы художника.
Биография художника
Ахмат Лутфуллин родился 04.02.1928 года в селе Аскарово. Его отец работал лесопильщиком. Его юные годы неразрывно связаны с родным селом и Абзаково. Впоследствии он пешком ушёл учиться в Магнитогорск на токаря.
После окончания Великой отечественной войны Ахмат Лутфуллин проходил обучение в Ленинграде, Уфе, Вильнюсе. С 1960 года он стал членом Союза художников. Также ему было присвоено звание Заслуженного художника БАССР и РСФСР.
Ахмат Лутфуллин многократно избирался членом правления республиканского Союза художников, занимался проведением зональных выставок.
Три женщины 1969
У художника был собственный неповторимый почерк, он был идеологом башкирского неореализма. Трудно переоценить его влияние на развитие живописи в Башкирии.
В деревне Равилово, где находится дом семьи художника, который ему подарили благодарные земляки, была открыта мечеть. Супруга живописца считает, что «Мечеть Ахмата» является лучшей памятью её мужа. Художник был захоронен в селе Абзаково (республика Башкортостан).
Память
По решению властей республики в 2008 году школа села Абзаково получила имя художника Ахмата Лутфуллина.
В 2011 году была торжественно открыта памятная доска в селе Абзаково.
В 2010 году в столице Башкортостана появилась улица Ахмата Лутфуллина. В дальнейшем планируется возведение памятника художнику.
На уфимской улице Аксакова, где художник проживал свои последние дни, была установлена памятная доска, которая была посвящена «певцу» башкирского народа Ахмату Лутфуллину.
О других значимых для республики людях читайте по тегу Люди.